+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2024, 10:37

Инйәрҙәр Шүлгәнгә барған

Белорет районы Инйәр ауылының 1-се урта мәктәбе 7-се “Б” синыфы уҡыусылары үткән ял Шүлгән мәмерйәһе комплексына барған. Үҙҙәре генә түгел, әлбиттә, ә синыф етәксеһе Г. Корниенеко һәм ата-әсәләре менән бергәләп йөрөп ҡайтҡандар.  

Инйәрҙәр Шүлгәнгә барғанИнйәрҙәр Шүлгәнгә барған
Инйәрҙәр Шүлгәнгә барған

Берлектәге сәфәр синыфташтарҙың дуҫлығын тағы ла нығытҡан. Атайҙар, әсәйҙәр ҙә эргәлә булғас, бер ыңғайҙан ғаилә ялы ла булып киткән. Бер аҙ арытһа ла, һәр кем сәйәхәттән ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, сағыу тәьҫораттар алған.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас