Көсөк бәхете
Әкиәт
Йәшәгән, ти, урамда яңғыҙ бер көсөк. Уның өйө лә, исеме лә булмаған. Бер заман ғәләмәт ныҡ ашаһы килгән бының. Ас булғанға бик уҫал, ти, үҙе. Үткән-һүткән кешегә ныҡ итеп өрөп, ташланған.
Бер ваҡыт, ҡыштың һыуыҡ көнөндә, был көсөк, көндәге кеүек, тышта йүгереп кешеләргә өрә башлаған. Радмир тигән малай әсәһе менән етәкләшеп китеп барғанда, уларға был көсөк осраған.
Лауҡылдап, тештәрен ыржайтып өргән көсөктө күреп, малай бик ҡурҡҡан. Әсәһе малайҙы саҡ тынысландырып алған.
- Улым, был көсөктең өйө лә, хужаһы ла юҡ. Ул ныҡ өшөгән һәм уның ашаһы килгән!
Рамирға ул көсөк бик йәл булып китә. Әсәһенән көсөктө алып ҡайтырға һораған.
- Әсәй, һин бит миңә вәғәҙә иткән инең, көсөк бүләк итергә! Ошо “бүләк”те алып ҡайтайыҡ, ә, зинһар!
-Эйе, балам, был йән эйәһе һыуыҡта өшөп йөрөмәһен, алып ҡайтайыҡ үҙебеҙгә, - ти әсә. –Тик белеп ҡуй: был дуҫыңды ныҡ тәрбиәләргә, дауалап алырға, ашатырға һәм ныҡ яратырға кәрәк булыр барыбыҙға ла. Радмир көсөкте ҡулына алып өйгә йүгерә. Ғаиләлә көсөккә йылы булып киткән. Тамағы туҡ булғас, күңеле лә күтәрелгән, уҫал итеп, өрмәгән дә.
Йыуындырып алғас, көсөктөң матурлығына барыһы ла хайран ҡалған. Йөнө лә ҡабарып тора икән. Күпереп торған ҡойроҡтарын тегеләй-былай болғап, аҡыллы күҙҙәре менән барыһына ла аптырап баҡҡан бәләкәс. Был тиклем бәхет юлығыуына ҡыуанып: -Минең менән ни булды әле? – тигәндер инде көсөк.
-Бына ниндәй матур дуҫым бар минең!-тип шатланған малай.
-Уның исеме Ыласын булһын!- Эте менән ғорурланып, исем дә ҡушып ҡуя малай. Ошо көндән башлап, яңы дуҫтар бер ҡасан да айырылмаған.
Айгөл Шәрипова.