Сыйырсыҡтан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Бейеклеге 20 сантиметрҙан артмай, ауырлығы 100 г самаһы ғына. Күҙҙәре тик тураға ғына ҡарай, ә башы 270 градусҡа борола.
Көнө буйы боҫоп ултыра, һунарға эңерҙә сыға. Бөжәктәр ашап көн итә. Сентябрҙә йылы яҡтарға оса.
Русса сплюшка тип атала. Моңһоу тауыш менән “сплююююю” тигәнгә оҡшатып ҡысҡыра икән.