+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2024, 10:16

Олимпиада мәсьәләләрен сисергә өйрәтәләр

Башҡортостан уҡыусыларына “Протон” онлайн-интенсивына саҡыралар. Ул Рәсәй уҡыусылары олимпиадалары советының федераль исемлегенә ингән төп олимпиадаларға, шулай уҡ  Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының мәктәп һәм муниципаль этаптарына әҙерләй.  

Олимпиада мәсьәләләрен сисергә өйрәтәләрОлимпиада мәсьәләләрен сисергә өйрәтәләр
Олимпиада мәсьәләләрен сисергә өйрәтәләр

Онлайн-интенсивтың өс бүлегендә 7–8-се, 9-сы һәм 10–11-се синыф уҡыусылары ҡатнаша. Унда үткән йылдар олимпиадалары заданиелары тикшереү ҙә планлаштырыла. Сарала ҡатнашыусылар белемдәрен ныҡлы байытасаҡ һәм олимпиада мәсьәләләрен сисеү тәжрибәһен туплаясаҡ.

Олимпиада хәрәкәте кәңәшсе-тәрбиәселәре ассоциацияһы үткәргән интенсив түләүһеҙ үткәрелә.

Ҡатнашыу өсөн анкета тултырырға кәрәк.

Фото: сайттан скриншот.

Сығанаҡ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас