Сағыу тамашалы чемпионат робот техникаһы өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу буйынса халыҡ-ара майҙан да булып тора. Унда донъяның иң яҡшы технологиялары һәм уларҙы уйлап сығарыусылар осраша. Кемдең роботы иң көслө, иң таҫыллы, иң хәйләкәр – шул еңә.
Приз фонды – 6,6 миллион һум.
2024 йылдан башлап ярыштар ике дисциплинала үтә:
* Роботтар алышы
*Мини-роботтар алышы.
Беренсеһендә 1–5 кешелек командалар, 110 килограмға тиклем ауырлыҡтағы роботтар (ҙурлығы 1,5х1,5х2 м артыҡ түгел) ҡатнаша.
Икенсеһендә – 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге 1–5 кешелек командалар, 1,5 килограмға тиклем ауырлыҡтағы роботтар (ҙурлығы 25х25х25см тиклем).
Төрлө ҡалаларҙың командаларынан исемлектәр төҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында Өфө командалары юҡ.
Сит илдәрҙән Бразилия, Беларусь, Ҡытай, Һиндостан, Иран командалары килә.
Алыштар социаль селтәрҙәрҙә трансляцияланасаҡ.
Сығанаҡ: Госуслуги.