+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь , 16:14

Балалар баҡсаларында бөгөн байрам

Бөгөн Рәсәйҙә Тәрбиәсе һәм бөтә мәктәпкә тиклемге хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Йыш ҡына бәләкәстәребеҙ үтә лә яҡын  күргән, хатта эҫенеп киткән ҡәҙерле кешеләр ул тәрбиәселәр. Уларҙан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Хөрмәтле тәрбиәселәр! Һәр ваҡыт шулай бала йәнле, изге күңелле булып ҡалығыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, шулай уҡ сабырлыҡ-түҙемлек насип булһын. Ә был көндөң тарихын беләһегеҙме?

Балалар баҡсаларында бөгөн байрам
Балалар баҡсаларында бөгөн байрам

Илдә был байрамға 2016 йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән айырым статус бирелә. Уға тиклем мәктәпкә тиклемге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен йә 1 сентябрҙә, йә 5 октябрь Уҡытыусылар көнөндә ҡотлай торғайныҡ.

Ә ниңә 27 сентябрь?

1863 йылда ошо көндә Санкт-Петербургта илдәге тәүге балалар баҡсаһы асыла. Ул саҡта Васильевский утрауындағы баҡсала балаларҙы ярты көн генә тоталар. Күберәк тышта йөрөтәләр, дини тәрбиәгә ҙур иғтибар бирәләр.

Балалар баҡсаһының төп принцибы түләүһеҙлектән һәм бөтә ҡатлам балаларын да ҡабул итеү мөмкинлегенән ғибәрәт. Хәҙерге Рәсәй ҡануниәте лә шул принциптарҙы нығытҡан.

Тәрбиәсе! Бары дүрт ижек.
Күпме мәғәнә бар был һүҙҙә.
Әсә йөрәгендәй оло һөйөү
Һыйған ошо нескә күңелгә!

Тәрбиәсе йөрәге түренә
Бала яҙмыштары ҡайылған.
Кешелектең тәүге аҙымдары
Ошо ҡулдар менән яҙылған.

Бала саҡтың сағыу миҙгелен
Йәйғорло еп менән туҡыусы.
Нурлы күңел менән бөгөнгөнән
Киләсәккә күпер һалыусы.

Белем сығанағы ошо һөнәр,
Серҙәр йоҙағының асҡысы.
Һеҙҙең хеҙмәт, тәжрибә, көс өсөн
Донъялыҡтың көслө алҡышы!

Һүрәттә: Бөрйән районы Байназар ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: