5 октябрь – Халыҡ-ара уҡытыусы көнө!
#конкурс_хөрмәтлеуҡытыусымАманат
“Аманат” журналы редакцияһы “Хөрмәтле уҡытыусым” тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә.
“Аманат” журналы йыл һайын, Уҡытыусы көнө айҡанлы, интернет-төркөмөндә Уҡытыусылар көнөнә арнап, конкурс иғлан итә. Быйыл да ошо традициябыҙға тоғро ҡалып, йөрәктән сыҡҡан мөлдөрәмә хис-тойғоларыбыҙҙы, түкмәй-сәсмәй, яратҡан уҡытыусыларыбыҙға юллайыҡ.
Уҡытыусының үҙенең, йәки уҡыусылар менән бергә төшкән фотоһын һәм яратҡан уҡытыусығыҙ тураһындағы ҙур булмаған мәҡәләне #конкурс_хөрмәтлеуҡытыусымАманат
хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең стенағыҙға урынлаштырығыҙ.
Конкурс барған мәлдә стенағыҙҙың асыҡ булыуы мотлаҡ. Конкурс 6 октябргә тиклем барасаҡ.
Мәҡәлә авторын (исем-шәрифтәрегеҙҙе), район, ауыл, мәктәпте тулы итеп яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Еңеүсене “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе, иҫтәлекле бүләктәр көтә. Иң яҡшы мәҡәләләр “Аманат” журналында донъя күрәсәк.
Дуҫтар, конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Донъяла оло хөрмәткә лайыҡ иң изге кешеләребеҙ – Уҡыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашығайыҡ.
Барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр теләп, “Аманат” журналы мөхәрририәте.