“Хит” (12+) Рәсәй йондоҙҙары тураһында документаль сериалы һуңғы йылдарҙың иң популяр йырҙарын иҫегеҙгә төшөрөр. Был проект Рәсәй поп-музыкаһының 1991 йылдан башлап үткән юлын һөйләр. Премьераның датаһын һуңыраҡ белдерәсәктәр.
“Комбинация” сериалы (18+) йәштәргә һәм өлкәндәргә тәғәйенләнә. Илебеҙҙәге тәүге ҡатын-ҡыҙҙар поп-төркөмөнөң музыкаль чарттар үрҙәренә юлы күрһәтелә.
“Подростки в космосе” (18+) сериалында ваҡиғалар 2054 йылда бара. Премьераһы – 3 октябрҙә.
МХТ-ға нигеҙ һалған Владимир Немирович-Данченко сценарийы буйынса төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы «Зверек» (16+) фильмы, «Ивановы-Ивановы» (16+) комик сериалының етенсе миҙгеле, фэнтези яратыусылар өсөн «Наследники. Дар крови» (16+) сериалы, төп героиняһын Кристина Асмус уйнаған «Обе две» (12+) лирик комедияһы – бына ниндәй проекттар тәҡдим итә кинотеатр октябрҙә.
Сит ил фильмдары ла күрһәтәләр.
Көнбайыш компаниялары сығарған «Собиратель душ» (18+) хиты – 8 октябрҙән, «Семена смерти» (18+) ҡотосҡостар фильмы – 3 октябрҙән, «Идеальный Лжец» (18+) триллеры – 17 октябрҙән, Көньяҡ Кореяныҡыларҙан «Криминальный город: Возмездие» (18+) боевигы – 14 октябрҙән, «Игра джентльменов» (18+) фильмы 10 октябрҙән асыла.