Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәр биттәрендә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Бөтәһе 4 мең төп ҙур ағас, 15,6 меңләп үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа бөтәһе 51 тематик аллея хасил булған. Акцияла 36 мең кеше ҡатнашҡан. Улар – төрлө йәштәге төрлө һөнәр, шөғөл эйәләре.
Мәҫәлән, Белоретта ЗАГС бинаһы алдында яңы өйләнешеүсе Сергей менән Серафима Хомяковтар ағас ултыртҡан. Уларға яңыраҡ алтын туйын үткәргән Мостафа менән Тәскирә Харисовтар ҡушылған.
Бөтә ерҙә уҡыусылар ҙа ихласлап эшләп йөрөгән.