Өфөлә ай буйы ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү предприятиеларында, ойошмаларында, объекттарында күнекмәләр үтәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡ һәм граждандар оборонаһы элементтары – аварияларҙа ҡотҡарыу һәм штатҡа инмәгән формированиелар, санитар эшкәртеү пункттары, радиация һәм химик күҙәтеү постары, йыйылма эвакуация пункттары булдырыласаҡ. Күп халыҡ була торған урындарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын осрағында кешеләрҙе эвакуациялау күнекмәләре үткәреләсәк.
4 октябрҙә Рәсәй Граждандар оборонаһы көнө билдәләнә. Был көндө мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ дәрестәре үтәсәк. Ай буйы уҡыусылар өсөн тематик синыф сәғәттәре, Өфөнөң берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәтендә һәм эҙләү-ҡотҡарыу отрядында асыҡ ишектәр көндәре үткәреләсәк.