-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь , 19:44

“Салют” реабилитация үҙәге: фекерҙәр

Өфөлә асыласаҡ  “Салют” реабилитация үҙәге тураһындағы яңылыҡ – мөһимдәр рәтендә, сөнки айырым дауалауға, айырым ҡарауға мохтаж булған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн бик кәрәкле учреждение үҫеп сыҡҡан. Ул Рәсәйҙә иң ҙурҙар һәм иң яҡшылар рәтендә торасаҡ.  Әлеге йыл Сәләмәтлеге сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителгәйне. Үҙәк исемле йыл сиктәрендә әһәмиәтле төҙөлөш булды. Артабан үҙәк тураһында фекерҙәр уҡығыҙ.

“Салют” реабилитация  үҙәге: фекерҙәр
“Салют” реабилитация үҙәге: фекерҙәр

Урал Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы:

 

– Биләмә ҙур, бында уҡыу бинаһы ғына ла 11 мең квадрат метр самаһы бар. Тағы ике бина — яҡынса 7—8 мең кв.м. Айырмалы яғы шунда: бер периметр эсендә, үҙенсәлекле балаларға тәғәйенләнгән бер ҙур комплекс эсендә өс төрлө учреждение урынлашҡан. Хатта бер ведомствоның ғына өс учреждениеһы түгел, ә өс министрлыҡ бында, өс айырым ҡануниәт, өс вектор, өс стандарт бар. Йәғни Мәғариф министрлығы – коррекция мәктәбе уныҡы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы –  бында Республика балалар клиник дауаханаһының тотош бер бүлеге  бар һәм, әлбиттә, беҙҙең реабилитация үҙәге, ул Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына ҡарай.

Үҙенсәлеге шунда: элек һаулыҡ һаҡлау тик дауалаһа, мәғариф тик уҡытһа, ә республикабыҙҙа булған реабилитация үҙәктәре ниндәйҙер реабилитация менән генә шөғөлләнһә, бында комплекслы алым. Йәғни бала, мәҫәлән, коррекцион мәктәпкә килә. Беҙҙең коррекция мәктәбендә Өфөлә йәшәгән 200-гә яҡын бала буласаҡ. Улар башҡа коррекцион мәктәптәрҙәге кеүек даими, көн һайын йөрөйәсәк. Был баланың медицина картаһы, шәхси картотекаһы, әйтәйек, беҙҙең штабҡа барып етә, унда инде өс тармаҡтың учреждениеларынан торған консилиум баланы дауалау кәрәкме-юҡмы икәнлеген билдәләй. Бәлки, реабилитация курсы үтергә кәрәктер. Бәлки, психолог кәрәктер.  Ниндәйҙер процедуралар талап ителһә, уға шул процедураларҙы тәғәйенләйҙәр...

...Беҙҙең комплекс туҙған, иҫкергән “Салют” балалар шифаханаһы биләмәһендә барлыҡҡа килде. 2019 йылда ҡарар ҡабул ителде, артабан проект-смета документацияһы, проектлау, башҡаһы барыһы эшләнде, бөгөн республика Башлығы ҡарары менән был комплексты тамамланыҡ, сөнки Радий Фәрит улының медицина ярҙамына, реабилитацияға һәм махсус белем биреүгә мохтажлыҡ кисергән балаларға мөнәсәбәте башҡа...

...Яҡын киләсәктә был реабилитация үҙәге Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тармаҡтарындағы оҡшаш үҙәктәр,  Мәғариф министрлығына ҡараған коррекцион мәктәптәр өсөн методологик үҙәккә, методологик базаға әйләнәсәк.

7 октябрҙә бөтә республикалағы бындай учреждениелар етәкселәре өсөн тәүге семинарҙы үткәрәбеҙ. Улар йөҙгә яҡын. Етәкселәрҙән торған ҙур ғәскәр беҙҙе хуплар, бергәләп был мәсьәләгә комплекслы ҡарарбыҙ, тип ышанабыҙ. Өс үҙәкте берләштергәндә уны республика Башлығына балаларҙы реабилитациялау комплексы тип атарға тәҡдим итеүебеҙ юҡҡа түгел, шулай уҡ “Салют” исемен дә һаҡлап ҡалырға булдыҡ.

 

Надежда Сальникова,  һирәк осрай торған орфан ауырыулы бала әсәһе:

– Мин һирәк осрай торған орфан ауырыулы – Марфан синдромы менән сирләгән үҙенсәлекле баланың әсәһе. Инвалидлыҡтағы һәр балаға реабилитация кәрәк, ярайһы йыш кәрәк, сөнки балаларға массаж да,  социаль-көнкүрешкә яраҡлаштырыу күнекмәләре лә, үҫештә логопед, дефектолог та  талап ителә. Был бик кәрәкле, бик яҡшы нәмә.

Комплекс миңә оҡшаны, ул ҙур, яҡты. Ҙур майҙандар, иркенләргә урын етерлек. Балаларға реабилитация өсөн бассейн ысынлап та кәрәк ине. Бөтә табиптар ҙа һыу инергә кәңәш итә, шуға күрә хәҙер бассейн буласағына бик шатбыҙ һәм ҡәнәғәтбеҙ. Беҙгә ванналарҙы күрһәттеләр, уныһы ла әлегәсә күрелмәгән яңылыҡ.

Ошондай һоҡланғыс үҙәк өсөн республикабыҙ етәкселегенә рәхмәт әйткем килә. Был беҙҙең өсөн мөһим һәм үтә лә кәрәкле. Бөтә әсәйҙәрҙән ҙур рәхмәт!

Гөлсәсәк Войкина, Өфө ҡалаһы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе әсә:

– Минең балама реабилитация бик кәрәк, ғөмүмән, бушлай реабилитация, ошондай шарттар бик яҡшы. Беҙҙең диагноз – аутистик спектрҙың боҙолоуы. Беҙгә нейрокоррекция, логопед, дефектолог, бассейн, дауалау физкультураһы (ЛФК), адаптив физкультура (АФК), массаж – ошондай реабилитация төрҙәре кәрәк.

Был реабилитация үҙәге бик оҡшаны. Матур, ҙур бассейны, стационарҙар бар. Ҡалып дауаланырға була, бик уңайлы эшләнгән.

 

Людмила Семавина, Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы:

– Бында, Республика балалар клиник дауаханаһында, беҙҙә сирлеләрҙең иң ауыр категорияһы бар. Был ҡаты ауырыуҙары арҡаһында беҙгә бөтә республиканан килгән балалар. Беҙ балаға ярҙам итеп, уны һауыҡтырғандан һуң реабилитация осоро башлана. Ҡағиҙә булараҡ, ул бик оҙаҡҡа һуҙыла, ауыр үтә һәм, әлбиттә, ошондай бүлексәһеҙ дауалау файҙаһы әҙерәк булыр ине. Был проекттың үҙенсәлеге, –  тәү сиратта, медицина реабилитацияһының медицина, комплекслы, социаль, белем биреү кеүек төрҙәренең бер юлы башҡарылыуында. Табиптар хәҙер шундай мөмкинлеккә эйә: беҙ шунда уҡ пациенттың киләсәк маршрутын билдәләй алабыҙ, йәғни РБКД-ның реабилитациялаусы табибы пациент өсөн маршрут төҙөй, бала шуның буйлап алға бара. Бында беҙ тыныс эшләй алырлыҡ шарттар булдырылған, ҡулай мөхит яһалған. Уңайлы шарттар, бөтә кәрәкле медицина ҡорамалдары, иң мөһиме,  баланы тәүлек әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ дауаларға әҙер табиптарҙың  уникаль коллективы бар. Бында балаға тәүлек әйләнәһенә ҡалыу мөмкинлектәре, шулай уҡ көндөҙгө дауалауҙа булыу өсөн шарттар булдырылған. Бынан тыш, ҡәҙимге шарттарҙа тешен дауалап булмай торған балаларға стоматология  ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген тормошҡа ашырабыҙ. Уларға быны дөйөм наркоз аҫтында эшләргә кәрәк, шуға теш табибы менән анестезиолог-реаниматологтан торған бригада эшләйәсәк.

***

БР Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Салют” реабилиттация үҙәге 7 октябрҙә асыласаҡ. Ул Башлыҡтың инициативаһы буйынса төҙөлдө.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: