-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь , 10:46

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Тормош йәме һеҙ

Көҙҙөң тирә-яҡ алтынға мансылған сыуаҡ бер көнөнә тура килде быйылғы Ололар көнө. Ғәҙәттә оло йәштәгеләрҙе сабыр холоҡло, бай тормош тәжрибәле, уңған, аҡыллы, һиҙгер тип беләбеҙ. Өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ, әбейҙәребеҙ, олатайҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙ шундай. Уларһыҙ донъя һанһыҙ булыр ине.

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Тормош йәме һеҙ
1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Тормош йәме һеҙ

Шуға оло йәштәге замандаштарыбыҙға оҙон-оҙон ғүмерҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, балалар, ейәндәр, бүләләр ҡыуанысы, күңел көрлөгө, хозур тормош теләйбеҙ. Ғүмерҙәрен хеҙмәттә үткәргән өлкән йәштәгеләр тормош рәхәтлектәренә, яҡындарының хәстәрлегенә, ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ.  

БР буйынса Пенсия фонды бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостанда 1 миллион 134 мең кеше йәше етеп пенсия ала. Шуларҙың 203-ө 100 йәште үткән. Ә иң ҡартына – 110 йәш.  

ОЛОЛАР БАЙРАМЫ

Оло кешеләр байрамы –

Йәмле көҙ миҙгелендә,

Тәбиғәттең биҙәнешеп

Балҡып торған мәлендә.

 

Ауылдарҙың ҡото, йәме –

Оло апай, инәйҙәр,

Бөгөн һеҙҙең байрамығыҙ,

Олатай, өләсәйҙәр.

 

Ваҡытында аттар кеүек

Егелеп эшләнегеҙ,

Тарихта яҙылып ҡалды

Башҡарған эштәрегеҙ.

 

Хәҙер инде ваҡыт етте

Хаҡлы ялдар итергә,

Эш тип өҙгәләнмәйенсә

Донъяларҙы көтөргә.

 

Хөкүмәт пенсиә бирә,

Донъя тыныс, күңел көр,

Ошо тормошта йәшәүгә

Раббыға мең-мең шөкөр.

 

Тышта көҙ мәле булһа ла,

Күңелдәрҙә бөгөн яҙ!

Тормошоғоҙҙоң күктәре

Һәр ваҡыт булһын аяҙ!

Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә

 

Фото: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: