-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь , 12:42

Боронғонан киләсәккә илткән юлдар

Өфөлә Вернадский исемендәге фәнни-популяр маршрут эшләгәндәр. Уның тулыраҡ атамаһы – “Өфө тәбиғәт фәндәрендә: Ерҙә йәшәйеш тыуыуҙан Вернадскийҙың ноосфераһына тиклем”. Бер төркөм уҡыусылар маршрут менән танышҡан.  Сәфәр уларҙы республикалағы фән асыштары, ҡаҙаныштары менән таныштырған, үткәндәрҙән киләсәккә йөрөткән.

Боронғонан киләсәккә илткән юлдар
Боронғонан киләсәккә илткән юлдар

Балалар ӨФТУ-ның минералдар һәм тау тоҡомдары үҙсәнлектәрен өйрәнеү лабораторияһында интерактив оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан. Улар иң таралған геологик “хәйлә-лайфхаҡтарҙы” ҡулланып ҡараған, 270 миллион йыл элек, кешелек яралғанған тиклем,  Өфө урыны ниндәй булғанын күргән.

Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ғалимдары туғыҙ мауыҡтырғыс маршрут төҙөгән.  Һәр береһенең үҙ йүнәлеше бар: гуманитар, техник, химик, биологик-медицина, физик-математик. Ҡыҙыҡһыныуға ҡарап, экскурсия темаһын һайларға була.

3-4 сәғәтлек экскурсия барышында Вуз-ара студенттар кампусы, ғилми лабораториялар менән танышырға мөмкин, ти үҙәктең идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова.

Сығанаҡ  

Боронғонан киләсәккә илткән юлдар
Боронғонан киләсәккә илткән юлдар
Боронғонан киләсәккә илткән юлдар
Боронғонан киләсәккә илткән юлдар
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: