Любовь Михайловна ойошмала архив документтары, реестрҙар, протоколдарҙы тикшереү кеүек ҡағыҙ эштәре менән булыша. Һөнәре буйынса агроном булһа ла, хеҙмәт юлының күп өлөшөн ул бухгалтер һәм документтар алып барыусы булып үткәргән.
Йыл башынан алып Башҡортостандың кадрҙар үҙәктәре аша 60 йәште үткән 1100 кеше үҙенә эш тапҡан.
Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәтендә декреттағы әсәйҙәр ҙә, инвалидтар ҙа, тәжрибәһеҙ йәштәр ҙә, оҙаҡ эшләмәгәнгә хеҙмәт күнекмәләрен юғалтҡан кешеләр ҙә эш таба ала, тигән Республика халыҡтың мәшғүллек үҙәге директоры Ридан Әхйәмов.