Захар география ярата һәм IT-белгес булырға теләй. Ул контуры буйынса ғына донъяның теләһә ҡайһы илен таный ала.
Аҡса призын яулай алырмы Захар? Уныһы бөгөн кис 22 сәғәттә “Пятница!” телеканалында буласаҡ уйында асыҡланыр.
“Бөтәһенән дә аҡыллыраҡ” уйынында 10 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Улар араһында – программа яҙыусылар, геосәйәсәт, шахмат, вексиллология (флагтар, байраҡтар, вымпелдар, штандарттар белеме), менталь арифметика, серпентология һ.б. ғилми өлкәләр менән ҡыҙыҡһыныусылар. Проектты Тина Канделаки алып бара.
Өсөнсө миҙгел 12 уйындан һәм суперфиналдан тора.