+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2024, 05:39

Пушкин әкиәттәре – Брайль шрифты менән башҡортса

Өфөлә Александр Сергеевич Пушкиндың әкиәттәре башҡорт телендә ҡытыршы нөктәле шрифт менән баҫып сығарылған. Тәржемә авторы – Айһылыу Йәғәфәрова.

Пушкин әкиәттәре – Брайль шрифты менән башҡортсаПушкин әкиәттәре – Брайль шрифты менән башҡортса
Пушкин әкиәттәре – Брайль шрифты менән башҡортса

Китап шулай уҡ сағыу төҫтәрҙәге ҡытыршы һүрәттәр менән биҙәлгән. Күреү һәләтен юғалтҡандарға ғына түгел, күҙлеләргә лә оҡшар ул һүрәттәр.

Китап сығыуы тураһында Һуҡырҙарҙың Республика махсус китапханаһында бик ҡыуанып һөйләгәндәр.

Китаптар Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларының үҙәк китапханаларына һәм филиалдарына ла ебәреләсәк.

Күптән түгел Рәсәй Президентының махсус вәкиле Михаил Швыдкой Башҡортостанда булып ҡайтҡандан һуң “Российская газета”ла беҙҙең республикала мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашҡайны.

Сығанаҡ

Пушкин әкиәттәре – Брайль шрифты менән башҡортса
Пушкин әкиәттәре – Брайль шрифты менән башҡортса
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас