Милли әҙәбиәт музейы фондында Дауыт Юлтыйҙың документтары, шәхси әйберҙәре, фотолары, китаптары һаҡлана. Белгестәр материалдарҙы күсермәһен алыу йә муляж эшләү күҙлегенән өйрәнде. Музейға тап шулар ҡуйыласаҡ, ә төп нөсхәләр түгел.
Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Регина Камалова, 69-сы белем биреү үҙәгенең педагог-китапханасыһы Халиҙә Шәймәрҙәнова, БР Милли музейы баш рәссамы Анатолий Мелентьев буласаҡ музей тураһында фекер алышҡан.
Дауыт Юлтый (1893–1938) – башҡорт әҙәбиәте классигы, ул Башҡортостан Яҙыусылар союзын, Башҡорт драма театрын, китап нәшер итеүҙе, матбуғатты ойоштороу башында торған. 1937 йылда нахаҡ ошаҡ арҡаһында ҡулға алынған, бер йылдан “халыҡ дошманы” тип атылған. Дауыт Юлтый “Нефть тураһында әкиәт”, “Айһылыу”, “Мәйсәрә” поэмалары, “Ҡан” романы һәм хикәйәләр авторы. Пьесалары театрҙар сәхнәһендә ҡуйыла.