-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь , 09:55

Бала бөркөттәр осорға өйрәнә

Өфөнөң И.В. Максимча исемендәге 53-сө белем биреү үҙәгенең осошҡа башланғыс әҙерлек синыфы уҡыусылары ысын самолетта осоп ҡараясаҡ!

Бала бөркөттәр осорға өйрәнә
Бала бөркөттәр осорға өйрәнә

Валерий Чкаловтың “Минең бала саҡтағы шаҡ ҡатырғыс, сая, ҡыйыу ниҙер эшләге килеү хыялым хәҙер тик бер нәмәгә – осоуға ғына – ҡайтып ҡала ине” тигән һүҙҙәре был уҡыусыларға ла хас кеүек. 1 октябрҙә улар “Первушино” аэродромында осоусы инструктор ҡарамағында авиатренажерҙа осош күнекмәләре үткән.

Һөнәри мөмкинлектәрен тикшереү тестарынан һуң уҡыусыларҙы “Первушино” аэродром комплексына  ысын самолетта осоп ҡарарға саҡырасаҡтар.

Максимовка биҫтәһендә урынлашҡан мәктәпкә исеме бирелгән Советтар Союзы Геройы Иван Максимча (1922–1985) авиация полкының эскадрилья командиры булған. Сығышы менән ул элекке Бәләбәй кантоны Николаевка ауылынан. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә Ли-2 самолетында икенсе пилот булып эшләгән, артабан Новосибирск транспорт отрядында, Ульяновск юғары пилот әҙерлеге мәктәбендә, Иркутскиҙа Авиация сәнәғәте министрлығының карап командиры вазифаһында хеҙмәт иткән.

Сығанаҡ1, сығанаҡ2

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: