«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре " фестивале йәш таланттар өсөн ысын байрамға әүрелде. Сөнки, бында улар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтә, тәжрибә уртаҡлаша һәм яңы дуҫтар таба. Быйыл конкурста төрлө республикаларынан 30-ҙан ашыу коллектив ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе халыҡ традицияларына һәм фольклорына нигеҙләнгән сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ номерҙар әҙерләгән. Фестивалдең төп маҡсаты: иң яҡшы башҡарыусыларҙы асыҡлау ғына түгел, милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм балалар араһында халыҡ хореографияһын популярлаштырыу.
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре " IV РЕСПУБЛИКА халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ һәм сағыу бейеү һәм дуҫлыҡ байрамының бер өлөшө булығыҙ!