Уҡытыусының үҙенең, йәки уҡыусылар менән бергә төшкән фотоһын һәм яратҡан уҡытыусығыҙ тураһындағы ҙур булмаған мәҡәләне #конкурс_хөрмәтлеуҡытыусымАманат
хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең стенағыҙға урынлаштырырға кәрәк ине. Шулай итеп беҙҙең еңеүсебеҙ Архангель районының Ҡыҫынды дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы Илизә Салауатова! Ҡотлайбыҙ! Һәр ҡатнашыусыға сертификат!
Конкурсыбыҙ еңеүсеһе
Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә…
Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Эйе, уҡытыусы булыу һәр кемгә лә бирелмәйҙер ул. Кеше ғүмеренең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ сағы – бала саҡтың матур, мәктәп йылдарының ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үтеүе лә уҡытыусы менән бәйле.
Бөгөнгө һүҙем ғүмере укытыусылыҡ менән бәйле ихтирамлы педагог Йомағужина Миңзәлә Зәйнетдин ҡыҙы хаҡында.
Был тәжрибәле, тәрән аҡыллы, иғтибарлы һәм баҫалҡы, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән уҡытыусыны күптәр белә. Мәңге эҙләнеү һәм хеҙмәттә булған илаһи уҡытыусы менән яҙмышыбыҙ ҡасандыр киҫешеүенә шатмын. Синыф етәксеһе булараҡ, үҙенең оптимизмы менән ул беҙҙе мәктәп тормошона йәлеп итте, үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте.
Уның энергияһы шишмә кеүек урғыла: ғәжәйеп кисәләр, күңелле конкурстар ойоштора, беҙҙе экскурсияларға алып бара. Төрлөбөҙ төрлө холоҡло булыуға ҡарамаҫтан, бәхәсләшкәндә беҙҙе дуҫлаштыра алыусы ла ул. Төплө һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән дөрөҫ юл күрһәтә, бик күптәргә тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә белә. Ғәҙел, талапсан, сая, тыуған яғының ысын патриоты, кешелекле, маҡсатына ынтылыусан булыуы, юғары әхлаҡи, гүзәл сифаттары менән күптәргә өлгө булып йәшәй Миңзәлә Зәйнетдин ҡыҙы.
Уҡытыусым күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн маҡтау грамоталары, дипломдар, рәхмәт һүҙҙәре менән лайыҡлы баһаланды. Мин уның педагогик ҡаҙаныштары менән ғорурланам. Ул эҙләнеүсе, күңелле холоҡло, арыу-талыу белмәҫ кеше, шулай уҡ ышаныслы тормош иптәше, яратҡан әсәй-өләсәй.
Хөрмәтле Миңзәлә Зәйнетдин ҡыҙы! Һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм профессионализм, аҡыл һәм сабырлығығыҙ сикһеҙ. Һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә уңыштар юлдаш булһын. Йөҙөгөҙҙәге бәхет сатҡылары тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡыуандырһын. Уңышлы, сәләмәт, хөрмәтле һәм ихтирамға лайыҡ булып ҡалығыҙ!
Илизә Салауатова.
Архангел районының Ҡыҫынды дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы.