-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь , 15:56

Нисек “Салют” үҙәгенә яҙылырға? Ата-әсәләр һорауҙарына яуап алды

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙе ҡарауҙың ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген уларҙың ата-әсәләре генә беләлер.  Улар балаларын дауалау, хәстәрләү йәһәтенән һәр ярҙамды оло рәхмәт хисе менән ихлас күңелдән ҡабул итә.

Нисек “Салют” үҙәгенә яҙылырға? Ата-әсәләр һорауҙарына яуап алды
Нисек “Салют” үҙәгенә яҙылырға? Ата-әсәләр һорауҙарына яуап алды

7 октябрҙә Өфөлә «Салют» республика реабилитация үҙәген асҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ата-әсәләр,  коррекция мәктәптәре етәкселәре һәм вәкилдәре  менән мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы хәстәрләү саралары хаҡында фекер алышты.  Республика етәксеһе шулай уҡ ата-әсәләр менән осрашты.

“Һеҙҙең менән, үҙенсәлекле балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр менән, берлектәге эшебеҙҙең мәғәнәһе – һеҙ власть алдында ҡуйған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табыуҙа. Беҙ бергәләп балаларығыҙҙы реабилитациялау өсөн сертификаттар булдырыу сараһын таптыҡ  һәм тормошҡа ашырҙыҡ. Һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса “Салют” үҙәген төҙөүгә тотондоҡ. Баланың дауалап булмай торған ауырыуы иң ҙур ғәҙелһеҙлектер, моғайын, әммә бала шуға тарығас, беҙ уға иң яҡшыны бирергә тейешбеҙ”, – тине Радий Хәбиров, осрашыуҙы асып.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе әсәләр республика Башлығына республика реабилитация үҙәге төҙөлгәне һәм асылғаны, һәйбәт шарттар тыуҙырылғаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм үҙәккә нисек яҙылыу, эләгеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Хәкимова «ВКонтакте» социаль селтәрендә «Салют» үҙәге төркөмө булдырылыуы хаҡында һөйләне, унда яҙылыу функцияһы ла бар. График та төҙөлгән, һәм үҙенсәлекле балалар педиатр йүнәлтмәһе буйынса “Салют” үҙәгенә ебәреләсәк.

 

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, министрлыҡта үҙенсәлекле балаларҙы тыуғандан алып 18 йәшкә тиклем оҙатыу алгоритмы эшләй.

Республика башлығы «Салют» үҙәгенә яҙылыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталын файҙаланыу кәрәклеген билдәләне һәм Башҡортостан Цифрлы үҫеш министрлығына күрһәтмә бирәсәген әйтте.

Ҡала транспорты туҡталышынан үҙәккә ярайһы уҡ алыҫ. Ата-әсәләрҙең һорауына Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев яуап бирҙе:  “Салют” үҙәге эргәһендә тағы ла бер юл төҙөләсәк һәм Республика перинаталь үҙәге артында йәмәғәт транспорты туҡталышы барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ маршрут селтәре лә үҙгәртеләсәк. Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев билдәләүенсә, әле туҡталыштан балаларҙы һәм ата-әсәләрен “Газель” ташыясағын хәбәр итте.

“Йондоҙ” белем биреү үҙәгенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа булды. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин ул һорауҙарға яуап бирҙе. Дәрестәр 8 сәғәт 30 минутта башланып, балалар көнө буйы үҙәктә буласаҡ. Төшкә тиклем дәрестәр барасаҡ, ә төштән һуң  төрлө шөғөлдәр ҡаралған. Бында реабилитация үҙәгендә дауаланып ятҡандар ҙа, ҡаланан йөрөп уҡыусылар ҙа белем аласаҡ.

Сығанаҡ 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: