-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь , 11:52

Уҡытыусыларҙы яҡлаған закон проекты ҡараласаҡ

Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарауына  уҡытыусыларҙы ҡыйырһытҡан өсөн административ яуаплылыҡ тураһында закон проекты индерергә йыйыналар. Яңы закон проектында уҡытыусыларҙы рәнйеткән һәм хурлаған өсөн ҙур-ҙур штрафтар ҡаралған. Был хаҡта “Известия” баҫмаһы хәбәр итә.

Уҡытыусыларҙы яҡлаған закон проекты ҡараласаҡ
Уҡытыусыларҙы яҡлаған закон проекты ҡараласаҡ

Был проектты эшләүселәр әйтеүенсә, педагогтар ғәҙелһеҙлеккә зарлана, закондың күп осраҡта уҡыусылар менән ата-әсәләрҙе яҡлауын, үҙҙәренең проблемалар менән йөҙмә-йөҙ ҡалыуын һөйләй.

Хаҡлы улар. Әлегә тиклемге закондар уҡытыусыны яҡламай. Толерантлыҡ менән демократия сиктән ашып китһә, шулай була: баланы үҙ иркенә ҡуйып үҫтерергә, тәрбиә менән боҙмаҫҡа, йәнәһе. Уҡытыусыларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә тыйыуҙар бар хәҙерге ҡануниәттә. Хатта йорт эштәренә ҡушыу ҙа тыйыла.

Бының һөҙөмтәһендә бер нәмәгә эшкә ашмаған, ихтыярһыҙ, булдыҡһыҙ, иркә кешеләр үҫеп сыға. Үҙен дә ҡарай алмаған өлкәндәр. Уҡытыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә тәрбиә эшмәкәрлегенә аяҡ салыу илде киләсәкһеҙ итә лә баһа. Шуға Рәсәйҙе солғаған традицион ҡиммәттәргә йөҙ бороуҙы киләсәкте хәстәрләү тип баһаларға кәрәк.

Сығанаҡ

Фото

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: