-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь , 10:17

Өфөлә «Салют» балалар реабилитация комплексы эшләй башланы

7 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Салют» реабилитация-белем биреү комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.  

Өфөлә «Салют» балалар реабилитация комплексы эшләй башланы
Өфөлә «Салют» балалар реабилитация комплексы эшләй башланы

7 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Салют» реабилитация-белем биреү комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: балалар учреждениеһы төбәк етәксеһе башланғысы менән ҡаланың Киров районындағы элекке шифахана базаһында төҙөлдө. 2018 йылдың ноябрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы тотош республикаға эшләйәсәк заманса реабилитация үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында белдергәйне.

Проектты тормошҡа ашырыуға 2 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. «Салют» биналарының дөйөм майҙаны – 25,7 мең квадрат метр. Бында көнөнә 250 кешегә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блоктары булған стационарҙар, балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урынлашҡан. «Салют» йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 7 мең баланы хеҙмәтләндерәсәк, тип планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы республика халҡын яңы комплекс менән ҡотланы һәм уны булдырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

– Беҙҙең республикала 20 меңдән ашыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала бар, уларға иғтибар һәм үҫеш өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Шуға күрә беҙ ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса «Салют» үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был уникаль учреждение. Беҙ унда социаль һәм медицина реабилитацияһын, белем биреү һәм коррекция программаларын берләштерергә тырыштыҡ, йәғни бында балалар барлыҡ кәрәкле ярҙамды ла алыу мөмкинлегенә эйә. Төҙөүселәргә һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Был ҙур һәм ҡатмарлы проект, уны бергәләп уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Республикала бындай балалар менән эшләү инфраструктураһы ныҡ үҫешкән. Был 36 коррекция мәктәбе, 23 реабилитация үҙәге. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы, реабилитация методикаларын һәм ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтеүҙе туплаусы төп учреждениеның булыуы мөһим. «Салют», был ҙур һәм кәрәкле эштең флагманы булып, балаларыбыҙға сәләмәтерәк һәм көслөрәк булырға, үҙҙәренә ышанысты арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

***

Үҙәкте асыу тантанаһынан һуң республика Башлығы реабилитация-белем биреү комплексының мөмкинлектәре менән танышты. Радий Хәбиров учреждение биләмәһен ҡараны, реабилитация һәм медицина блоктарында, шулай уҡ стационар палаталарҙа булды, унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты. Улар йәшәү шарттарын юғары баһаланы, шулай уҡ республика етәкселегенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү системаһын үҫтереүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Йондоҙ» белем биреү үҙәгендә төбәк етәксеһе уҡыу кластарын, ижади дәрестәр кабинеттарын, ашхананы һәм спорт залын ҡараны. Уның базаһында шулай уҡ «Салют» биләмәһендә реабилитация үтеү мөмкинлеге булмаған инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге эшләй.

Радий Хәбиров профилле министрлыҡ етәкселәре менән «Салют» базаһында медицина һәм педагогия университеттары студенттарын уҡытыу өсөн методик үҙәктәр, шулай уҡ бындай балалар менән эшләү өсөн белгестәр әҙерләүсе колледждар булдырыу мөмкинлеген тикшерҙе.

Атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов «Салют» комплексында кафедраларҙың береһенең филиалын урынлаштырырға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне.

Республика Башлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы комплекслы реабилитациялау барышында тупланған барлыҡ тәжрибәләрҙе файҙаланырға һәм яңы компетенцияларға эйә булыу өсөн федераль реабилитация үҙәктәре менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы яңы учреждение тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– «Салют» комплексы яҡшы килеп сыҡты, ул Волга буйы федераль округында иң ҙуры, – тине Радий Хәбиров. – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән баланы дауалағанда белем биреүҙе коррекциялау, медицина һәм социаль реабилитация талап ителә – беҙ быларҙың барыһын да бер майҙансыҡта берләштерергә тырыштыҡ. Яҡшы база, тейешле инфраструктура булдырҙыҡ. Хәҙер шулай уҡ эске логистиканы яйға һалыу, даими рәүештә иң яҡшы белгестәрҙе саҡырыу мөһим. Бер айҙан Өфөгә Мәскәүҙән ҙур бригада килә, ул балаларҙы реабилитациялауҙың иң яҡшы методикалары менән уртаҡлаша. Беҙҙең бурыс – бында Өфө йәки төбәк өсөн үҙәк булдырыу ғына түгел. «Салют» тармаҡтың ысын флагманы, тотош ил өсөн берҙәм методик һәм фәнни үҙәк буласаҡ.

 

https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/183660.html 

Автор:
Читайте нас: