Башҡортостан һәм Абхазия дуҫлығына бағышланған колоннаданың нигеҙенә тәүге таш 2023 йылдың 11 октябрендә һалынғайны.
Тантанала сығыш яһап, Радий Хәбиров былай тине:
“Башҡортостан халҡы, Өфө халҡы өсөн был урын бик мөһим. Асылда, баш ҡалабыҙ Өфө 1574 йылда ошонан башланған. Артығыҙҙа – башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй империяһына инеүенә 400 йыл тулыуға арналған Дуҫлыҡ монументы. Һеҙҙән уңда Өфөгә хеҙмәт батырлығы ҡалаһы исемен биреүгә арналған обелиск тора. Был урын беҙҙең өсөн бик мөһим һәм үҙ ваҡытында тап ошонда 1948 йылда Сухум ҡалаһында төҙөлгән колоннада кеүекте төҙөргә ҡарар иттек. Был колоннада – дуҫлыҡ билдәһе, ихтирам билдәһе”.
Абхазия Президенты Аслан Бжания, Республика көнөнә арналған байрам сараларының колоннада асыуҙан башланыуы айырыуса ҡыуаныслы, тип билдәләне.
Ағиҙел ярындағы колоннада — Сухумдағы колоннаданың теүәл күсермәһе. Сухумдыҡы 1948 йылда Ҡара диңгеҙ буйында Махаджирҙар ярында Сталин ампиры стилендә төҙөлгән. Айырма шунда: Абхазияла өҫкө өлөшө – бетондан, Өфөлә тәбиғи таш менән йөҙләнгән бетондан яһалған. Өфө колоннадаһы – ошо төрҙәгеләр буйынса донъяла икенсе.
22 колоннанан торған ҡоролманың бейеклеге – 12 метрға, оҙонлоғо – 30 метрға, киңлеге – 6 метрға тиклем. Ҡоролма ышаныслылы: ер аҫтына ун метр тәрәнлеккә 40-тан ашыу свай бырауланған. Өс мең дана таштан торған колоннада элементтары ҡулдан нығытып эшләнгән. Төҙөүселәр әйтеүенсә, колоннада быуаттар буйы торасаҡ, уға һауа торошо күренештәре зыян килтерә алмаясаҡ.
Колоннада Өфөнөң йылға ҡапҡаһына әүереләсәк.
Ул мәңгелек дуҫлыҡты кәүҙәләндерә. Үткән быуаттың 20-се йылдарында, Волга буйында аслыҡ хөкөм һөргәндә, Абхазия беҙгә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Абхазиялағы госпиталдәрҙә бик күп яугирҙәребеҙ дауаланған, ә 90-сы йылдарҙа Башҡортостан Абхазия халҡына гуманитар ярҙам күрһәтте.