Онлайн-консультациялар барышында 2025 йылғы БДИ материалдары тураһында иң көнүҙәк мәғлүмәттәр алырһығыҙ. ФИПИ белгестәре ниндәй заданиеларға айырым иғтибар бирергә кәрәклеген, нисек итеп БДИ-ға әҙерләнергә, типик хаталарҙан ҡотолорға һәм булған ресурстарҙы яҡшыраҡ файҙаланырға икәнен аңлатасаҡ.
Консультациялар онлайн-режимда «ВКонтакте» социаль селтәрендә һәм Rutube платформаһында үтәсәк.
“ВКонтакте”ла тура эфир ваҡытында һорауҙар биреп буласаҡ.
Видеоконсультацияларҙың яҙмалары Рособрнадзор һәм ФИПИ-ның интернет ресурстарында баҫылып сығасаҡ.