Хәҙер был ауылдағы 283 йорт интернет, интерактив ТВ һәм видеокүҙәтеү тоташтыра ала.
Эш “Цифрлы иҡтисад” милли программаһы сиктәрендә “Ростелеком” операторы тарафынан башҡарылған.
Йыл аҙағына тиклем “Цифрҙа тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль проекты Башҡортостандағы тағы 50 ауылды интернетлы итмәксе.
Ә Башҡортостан Хөкүмәте 1000-дән әҙерәк кешеле 24 ауылға интернет үткәреүҙе планлаштырған. Бына ул 24 ауыл исемлеге:
- Тирәкле (Архангел районы),
2. Үрмияз (Асҡын),
3. Мәҫәле (Ауырғазы),
4. Үмәр (Баҡалы),
5. Өҫән-Ивановка (Бәләбәй),
6. Иҫке Мөсәт (Бөрйән),
7. Ҡауарҙы (Ғафури),
8. Күкҡуян (Дүртөйлө),
9. Ишемғол (Ейәнсура),
10. Майский (Иглин),
11. Исәмәт (Илеш),
12. Ҡолғона (Ишембай),
13. Ефремкин (Ҡырмыҫҡалы),
14. Яҡшембәт (Көйөргәҙе),
15. Дарьин (Мәләүез),
16. Һалйығот (Мәсетле),
17. Камай (Мишкә),
18. Татар Малаяҙы(Салауат),
19. Покровка (Стәрлетамаҡ),
20. Кәкребаш (Туймазы),
21. Бөйҙө (Учалы),
22. Сафар (Шишмә),
23. Мичуринск (Шаран),
24. Яңы Уртауыл (Яңауыл).
Сығанаҡ.