-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь , 12:05

Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты

10 һәм 12 октябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында «Ете ҡыҙ» спектакленең премьераһы була. Сюжет нигеҙендә боронғо “Ете ҡыҙ” риүәйәте ята. “Ете ҡыҙ”  – Башҡортостандың иң сағыу образдарының береһенә әүерелгән әҫәр, башҡорт халыҡ ижады ынйыһы. “Ете ҡыҙ” күренекле балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың үлемһеҙ бейеүендә, фонтандағы  һындарҙа (авторы Хәниф Хәбибрахманов), башҡорт әҙиптәре шиғырҙарында, опера һәм балет театры залының биҙәлешендә кәүҙәләнә.

Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты

Көн элгәре журналистар премьера алды тамашаһында һәм матбуғат конференцияһында булды.  Театрҙың генераль директоры, балеттың дирижёры һәм режиссёры БР-ҙың атҡаҙанған артисы Александр Алексеев  яңы милли спектаклдең тыуыуын әһәмиәтле тарихи ваҡиға тип атаны.  

— Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ, шуға тағы ла бер милли тамашабыҙ барлыҡҡа килеүенә бик шатмын. “Ете ҡыҙ” – республикабыҙ брендтарының береһе, ә шул уҡ исемдәге фонтан беҙҙең театр эргәһендә урынлашҡан, – тине театрҙың баш балетмейстеры Леонора Ҡыуатова. – Был теманы күптән балет сәхнәһенә сығарыу кәрәк ине, шуға бик шатмын һәм спектаклдең сәхнәбеҙҙә оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйем.

Балеттың хисле, сағыу музыкаһының авторы – Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы, Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһын тамамлаған халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Галина Йыһанова. Автор әйтеүенсә, унда был балеттың идеяһы 2017 йыл тыуған. Ул яҙмаларын театрға алып килә, ә 2019 йылдың апрелендә эште тамамлай, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында спектаклде сәхнәгә ҡуйыу тотҡарлана килә.

— Ниәтебеҙҙе 2023 йылда ижадҡа Ринат Абушахманов ҡушылғас тергеҙҙек. Уның менән бик тығыҙ эшләнек, – ти Галина Йыһанова. — Спектакль өсөн хореографик драматургия булдырыу кәрәклегенән сығып, әҙер партитураға етди үҙгәрештәр индерелде һәм, әлбиттә, хәҙер балет элекке вариант менән сағыштырғанда бөтөнләй башҡа.

Хикәйәләүҙә башҡорт халҡының космогоник ҡараштары сағыла. Финалда ете һылыу, дейеүҙәр батшаһын күреп, тау башынан һикерә һәм күккә олғаша. Шул ваҡыттан алып уларҙы “Етегән йондоҙ” тип йөрөтәләр. Боронғо риүәйәттең фабулаһына яңы драматик йөкмәтке бирелгән. Унда һылыуҙарҙың иң матурына ғашиҡ булған ике батырҙың көслө мөхәббәте һәм бер-береһе менән көрәше лә һүрәтләнә.

Спектаклдә Фәйзи Ғәскәров ҡуйған “Ете ҡыҙ” бейеүе урын алған. Күренекле эшмәкәргә  хөрмәт йөҙөнән был бейеү постановканың кульминацион нөктәһенә индерелгән.

— Беҙ уның (Фәйзи Ғәскәровтың) туғандары  менән бәйләнешкә индек, хатта бәләкәй генә үҙгәрештәр индереүгә лә рөхсәт алдыҡ. Ғәҙәттә, ниндәйҙер бейеү нигеҙ итеп алына, шунан кәрәкле формала хореография үҫтерелә. Беҙҙең осраҡта киреһенсә булды. Тәүҙә был бейеүҙең элементтарын бөтә спектакль барышында ҡулландым, ә спектакль аҙағында барыһы ла бергә төйнәлеп, Фәйзи Ғәскәровтың бейеүенә әйләнде, — тип һөйләй БР-ҙың атҡаҙанған артисы балетмейстер Ринат Абушахманов.

Спектаклде Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы Альберт Нестеров биҙәгән. Яҡтыртыу буйынса рәссам – РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Евгений Ганзбург.

Бөгөн, 10 октябрҙә, сәхнәгә Гөлсинә Мәүлекәсова, Олег Шәйбәков һәм башҡа башҡорт балеты йондоҙҙары сыға. Спектаклдә бөтә балет труппаһы ҡатнаша, сөнки унда күмәк кешеле күренештәр күп.

Сығанаҡ

Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Сәхнәлә – “Ете ҡыҙ” балеты
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: