Яныбай Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Исмаҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Инйәр урта мәктәбендә белем ала, йәйге каникулда алтын приискыларында эшләй, шахтерҙарҙың ҡатмарлы тормошо менән яҡындан тороп таныша. Граждандар һуғышы йылдарында Белорет ерендә булған аяныслы ваҡиғалар хаҡында ата-әсәһенән, ауылдаштарынан күп ишетә. Был хаҡта әҫәр яҙып ҡарарға була.
1942 йылдың авгусында Яныбай Хамматов армия сафына алына. Һарытау өлкәһендә уҡыу полкында әҙерлек үтә. 1942 йыл аҙағында фронтта бомбалар ярылғанда контузия ала, ярты йыллап госпиталдәрҙә дауалана. Артабан Орск ҡалаһында кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай. Хәрби хеҙмәттәре өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. 1946 йылда тыуған еренә ҡайта, Әүжән алтын приискыһында эшләй. Район гәзитендә мәҡәләләрен, шиғырҙарын баҫтыра. Шахтерҙар тормошо хаҡындағы тәүге хикәйәһе лә шунда сыға.
Яныбай Хамматов егермеләп роман, тиҫтәләрсә повесть, хикәйәләр ижад итә. Әҫәрҙәре рус, украин, әзербайжан һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
Һөҙөмтәле әҙәби эшмәкәрлеге өсөн Яныбай Хамматовҡа “РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була.
Яныбай Хамматов Мифтахетдин Аҡмулла, Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премиялар, Бөтә Союз профсоюздар үҙәк советы һәм СССР Яҙыусылар союзы премиялары, СССР Оборона министрлығының әҙәби дипломы менән бүләкләнә.
Яныбай Хамматов 2000 йылдың 28 сентябрендә вафат була. Ул Өфөлә ерләнгән.