Тантанала Абхазия президенты Аслан Бжания менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
***
Артабан Аслан Бжания менән Радий Хәбиров шағир Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды.
Шағирға һәйкәл 2019 йылда Телеүҙәк алдындағы майҙанға ҡуйылғайны.
***
Радий Хәбиров, “Башинформ” журналисы биргән һорауға яуап итеп, былай тине: “Бөгөн бит байрам, кәйеф һәйбәт, иҡтисад эшләй, Аллаға шөкөр. Тик шуныһы: бөтә борсолоу һәм ҡайғыртыуҙарыбыҙ – һуғышып йөрөгән егеттәребеҙ тураһында. Һәр кем, гел әйтеүемсә, үҙ эше менән булырға тейеш. Бында беҙ тылда ярҙам тәьмин итергә, республиканың иҡтисади үҫешен тәьмин итергә тейешбеҙ. БХО бара бит, шуға уныһы йә быныһы килеп сыҡмай, тип аҡланырға ярамай. Барыбер алға барырға кәрәк. Шуға барығыҙҙы ла байрам менән”.