Миңлеғәле Шайморатов беҙҙең халыҡ геройыбыҙ. Күренекле полководец, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, уникаль хәрби берләшмә командиры. Ҡыҙыл Армия дивизиялары араһында иң күп Советтар Союзы Геройҙары тап ошо дивизиянан була.
Шайморатовсылар баҫып торған майҙан - республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн иҫтәлекле урынға әйләнде. Был майҙандан махсус хәрби операция зонаһына ирекле батальондар китә. Улар геройҙарыбыҙҙың исемен йөрөтә. Бөгөн улар тыныс тормош, илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың киләсәге өсөн көрәшә.