Иң юғары призды яулаған эштең режиссеры – Александра Просыпина, режиссер ярҙамсыһы – Сафина Ғәлимова, тауыш режиссеры – Айгиз Аҡҡолов, операторы – Мирон Кирин.
Еңеүсе киноның тарихы былай була. 24 майҙа, республика Башлығы менән осрашыуҙа, киносы балалар 1974 йылғы ваҡыт капсулаһын асыу мәлен киноға төшөрөргә рөхсәт һорай. Шунда уҡ яңы капсула һалырға тәҡдим итә.
Тәҡдим ҡабул ителә. Радий Хәбиров менән Өфө мэры Ратмир Мәүлиев киләсәк быуындарға теләктәрен фильмда әйтә.
Балалар иһә 1974 йылғы капсуланы асыу ваҡиғаһының һәр мәлен төшөрә. Тарихи осор менән бәйләнеште сағылдырыуға өлгәшә.
“Был мәл беҙҙең хәтерҙә ҡалыр. Ярты быуат элек капсула һалыныуын күргән кешеләр менән аралашыу бигерәк тә ҡәҙерле һәм ҡиммәтле.
Капсуланың эстәлеген өйрәндек, беҙҙе бигерәк тә 50 йыл элек Өфөнөң 400 йыллығына арналған байрамдың концерт программаһын асыуҙа сығыш яһаған Валерий Иванович Малюшин ҡыҙыҡһындырҙы. Уның менән осрашыу бик йылы тәьҫирҙәр ҡалдырҙы», — ти кино төшөрөү төркөмө ағзаһы Сафина Ғәлимова.
«Республикала һуңғы ваҡытта кинематография әүҙем үҫешә: яңы фильмдар, йәнһүрәттәр донъя күрә. Был жанр артабан үҫешһен өсөн беҙ йәш быуынға, балаларыбыҙға булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Һәм әлеге проект – ошондай эштең бер миҫалы. Ошондай саралар ярҙамында йәштәребеҙ үҙҙәренең тарихы, тамырҙары, йолалары менән ҡыҙыҡһыныр, тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев.
Сарала ҡатнашҡан эштәрҙе Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе драматург Зөһрә Бураҡаева етәкселегендәге жюри баһаланы.
Жюри ҡарары менән ойоштороу комитетының махсус приздарына лайыҡ булдылар: Любовь Коростелева, “Эт нисек үҙенә дуҫ эҙләне” йәнһүрәте (Һамар өлкәһе); Яна Анциферова, «Изгелек» мультфильмы (Мәскәү); Фатима Нуриева, «Минең ҡарт олатайым — минең ҡаһарманым» документаль фильмы (Өфө ҡалаһы).
Төрлө номинацияларҙа фестиваль лауреаттары:
*Иң яҡшы йәнһүрәт – Самира Ғәлимова, музыкаль клип, « KO KI KI» йәнһүрәте (Өфө ҡалаһы);
*Иң яҡшы режиссер эше – Ярослав Шаров, ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм “Ҡәҙерле яратҡандарым, һаумыһығыҙ!” (Санкт-Петербург);
*Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм – Гөлназ Басариева, «Килешмә» ҡыҫҡа метражлы фильмы (Өфө);
*Иң яҡшы актер эше (ир-ат роле) – Павел Ильин, ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм, «Ҡаты режим һабаҡтары» социаль видеоролигы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы);
*Иң яҡшы актер эше (ҡатын-ҡыҙ роле) – Гүзәл Хәмзина, «Бала саҡ йәйе» ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы (Өфө);
*Иң яҡшы музыкаль клип – “Аксиома” ижади төркөмө, “Порушка-Параня” клибы (Арина Кузьмина, Есения Хәбибова, Әминә Хәмәтдинова, Әмир Хәмәтдинов (режиссеры Игорь Трубачев, Өфө);
*Иң яҡшы сценарий – MubaryakovTV мәктәп телевидениеһы, “Татыу ғаилә – илебеҙҙең терәге” социаль видеояҙмаһы, ҡуйыусы режиссер А. Шәрәфетдинова, А. Дәүләтбаева (Белорет районы, Асы ауылы);
*Иң яҡшы документаль фильм – Альбина Ғәлиева, “Ғаиләлә татыулыҡ булһа, нимәгә ул хазина, йәки Бер башҡорт ғаиләһенең йолалары” документаль фильмы (Учалы);
*Иң яҡшы социаль видеоролик – Өфө ҡалаһы 93-сө физика-математика лицейы студенттары, “Беҙҙең йыр” социаль видеоролигы (етәксеһе Р. Нәзиров, Э. Йәмғетдинова)
Шулай уҡ махсус приздар менән билдәләнделәр: Александра Басырова, “Лифт” ҡыҫҡа метражлы йәнһүрәт фильмы (Учалы районы, Комсомольск ауылы); Софья Николаенко, «Зәңгәр вагон” йәнһүрәт фильмы (Өфө) һәм Яна Анциферова, «Изгелек» йәнһүрәт фильмы (Мәскәү ).
Фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әмир Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан киностудияһы, Башҡортостан Кинематографистар союзы — «Рәсәй Федерацияһы Кинематографистар союзы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе.