Финалда Башҡортостан Республикаһы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Архангел, Киров, Мәскәү, Новосибирск, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Алтай, Красноярск һәм Краснодар крайҙары, Югра – Ханты-Манси автономиялы округы командалары ҡатнаша.
Финалсылар 3D технологиялары өлкәһендә Рәсәйҙең иң көслө командалары исеме өсөн көрәшәсәк. Белем һәм аҡыл һынашыу «3D моделләштереү һәм прототиплаштырыу» һәм «Сәнәғәт дизайны» тигән ике йүнәлештә барасаҡ.
Ярыштарҙа ҡатнашыусы командалар өс кешенән тора: 9-11-се синыф уҡыусылар һәм уларҙың остазы – юғары уҡыу йорто йәки техникум студенты.
Остазлыҡ йәш уйлап табыусыларға буласаҡ профессионал менән берлектә, 3D-баҫма технологияларын ҡулланып, продукттың 3D-моделен һәм функциональ йәки дизайн прототибын эшләргә мөмкинлек бирә. Финалсылар проекттарҙы инженерҙар, алдынғы эксперттар һәм эшҡыуарҙар алдында яҡлаясаҡ.
Сараны Белем биреү өлкәһендә инновациялар ассоциацияһы һәм Югра–Ханты-Манси автономиялы округы хөкүмәте РФ Мәғариф министрлығы менән “Беренсе ” балалар һәм йәштәр хәрәкәте булышлығында ойоштора.