+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2024, 07:48

Һөнәр һайла!

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш аҙнаһы башлана. Ул Бөтә Рәсәй “Турникетһыҙ аҙна” акцияһының көҙгө этабы булып тора. Был акция 2015 йылдан башлап “Рәсәйҙә эшлә!” федераль программаһы буйынса йылына ике тапҡыр – октябрҙең һәм апрелдең өсөнсө аҙналарында үткәрелә.

Һөнәр һайла!Һөнәр һайла!
Һөнәр һайла!

Сарала ҡатнашыусылар төрлө һөнәр эйәләре, хеҙмәт коллективтары менән таныша, төрлө тармаҡтың һөнәри мөхитенә сумасаҡ. Сараның маҡсаты – үҫмерҙәргә һәм йәштәргә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү.

“Быйыл яҙ 400-ҙән ашыу сара үткәрҙек һәм 8 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын һәм студентты солғаныҡ”, – ти Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

2024 йылда «Турникетһыҙ аҙна»ға «Полекс УРАЛ», «Гидравлика», Почтамт,  Башнефтегеофизика, Өфө инженер селтәрҙәре, ӨМЭПБ,  ӨПЭПБ, «Газпром трансгаз Өфө», КүмАПП, Күмполимер,  Стәрлетамаҡ механика заводы, Башҡортостан сода компанияһы, Өфө ҡала һөт заводы һ.б. предприятиелар ҡушылды.

Бөтәһе 230-ҙан ашыу предприятиеға экскурсия, профессиональ белем биреү ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар, мәктәп-вуз-предприятие форматында ата-әсәләр йыйылыштары планлаштырылған.

 

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас