Таң һарыһы әле беленмәгән,
Төтөн һуҙа ауыл мейесе.
Ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙ булғанға
Йылы, нурлы һәр саҡ өй эсе.
Табындарҙа - ҡомалаҡлы икмәк,
Тәмле самауырҙың сәйҙәре;
Ҡышын ҡулдар бер аҙ бушап торһа,
Алһыҙ - ялһыҙ үтә йәйҙәре.
Эшегеҙҙе һеҙҙең һанап тормам,
Кем ауылда үҫкән - таныштыр;
Ауыл ҡатынының ҡулы ете,
Ауыл ҡатындары тырыштар.
Ҡала ҡатындары үпкәләмәҫ,
Һеҙҙе данлар башҡа шағирҙар;
Ауыл ҡатындары! Һеҙҙең өсөн
Бөгөнгө көн йырҙар, шиғырҙар.