Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 17-19 октябрҙә Өфөлә XII «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үтә.
Рәсәйҙең Олимпия комитеты башлығы, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Станислав Поздняков ҙур делегация менән бергәләп ҡунаҡсыл Башҡортостан еренә аяҡ баҫыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе.
«Илебеҙҙең спорт уңыштарын күрһәтеү майҙаны булған «Рәсәй – спорт державаһы» форумын бөгөн ҡунаҡсыл Өфө ҡабул итә. Ул физкультура һәм спортҡа, бында йәшәгән кешеләргә, спорт менән шөғөлләнергә һәм чемпиондарыбыҙға тиңләшергә теләгән балаларға ҡарата мөнәсәбәте менән ошо форумдың үҙәк майҙаны булыу хоҡуғын яуланы. Килеүемә шатмын, форум яҡшы, дуҫтарса мөхиттә үтер тип ышанам. Республика етәкселегенә шундай йылы ҡабул итеү өсөн рәхмәт», — тине Станислав Поздняков.
Олимпия уйындарының көмөш призеры, Рәсәй батутта һикереү йыйылма командаһы ағзаһы Дмитрий Ушаков Башҡортостанға беренсе тапҡыр килгән. Ул республиканың спорт мөмкинлектәре һәм инфраструктураһы менән танышырға ниәтләнә.