Журналистар өсөн булдырылған премия бына 35 йыл инде йыл һайын иң лайыҡлыларға бирелеп килә. Быйылғы конкурста 28 эш ҡатнашҡан. Лайыҡлыларҙың да лайыҡлыларын һайлап алыу жюриға анһат булмаған, әлбиттә. Азат Бадранов билдәләүенсә, дәғүәселәрҙең аныҡ гражданлыҡ ҡараштарына өҫтөнлөклө иғтибар бирелгән.
Быйылғы лауреаттар:
- “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, махсус хәрби операция ҡаһармандары тураһындағы мәҡәләләре өсөн;
- ”Башинформ” мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук, ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади темаларға материалдары өсөн;
- ”Башҡортостан” телекомпанияһы журналистары коллективы (Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев, Айҙар Шәрипов), “Башҡорт каникулы” проекты өсөн.
Рәмил Мансуров махсус хәрби операция геройҙары тураһындағы мәҡәләләр серияһы өсөн премия алды. Уның фронт очерктары Стәрлетамаҡ журналистары нәшер иткән “Йөрәк саҡырыуы буйынса” китабына индерелгән. Журналист МХО батырҙарына арналған фестиваль ойоштороу буйынса ижади пландары менән уртаҡлашты.
Роман Якимчук билдәләүенсә, уға тапшырылған награда – «Башинформ»дың республика тормошон тулы сағылдырыу буйынса өҙлөкһөҙ эшенә юғары баһа ул.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының ижади төркөмө исеменән Альбина Ҡасимханова сығыш яһаны: «Башҡорт байрамдары» проектын башлағанда уның өсөн наградалар алабыҙ тип уйламаныҡ. Беҙҙең маҡсат һәм ҙур теләк республикабыҙҙың иҫ киткес матурлығын күрһәтеү ине: һәр кем уға ҡош осошо бейеклегенән ҡараш ташлаһын, тыуған моңдарҙы ишетһен, таң ҡалдырғыс әйберҙәр ижад иткән кешеләрҙе күрһен».
Быйыл премия арттырылып, уның күләме 500 мең һумға етте. Быны журналистарҙың ябай булмаған хеҙмәтенә иғтибар күтәрелеү билдәһе тип ҡарарға кәрәк.
Тантана Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үтте. Сара һуңында Шаһит Хоҙайбирҙиндың музей биләмәһендәге бюсына сәскәләр һалынды.
Ҡәләмдәштәрҙең наградалары ҡотло булһын, яңы ҡаҙаныштарға рухландырһын һәм илһамландырһын!