1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһының 10-сы “В” синыфынан 16 йәшле Алина Әбделминева – “Артек йондоҙо” билдәһе менән бүләкләнеүселәр иҫәбендә.
Алина тураһында уның әсәһе Елена Әбделминева бына нәмәләр һөйләне:
“Алина ижади конкурста үҙен бейеү менән күрһәтте. 11-се смена ҡатнашыусылары иң яҡшы сығыштар өсөн тауыш бирҙе. 3000 бала араһынан 9 уҡыусы наградалар яуланы, улар араһында ҡыҙым да бар. Йәмәғәтселектең танылыу билдәһе бик абруйлы. Беҙҙең Алина маҡсатҡа ынтылыусан, әүҙем. Ул хореография мәктәбе асып, Рәсәй мәғариф системаһына ошондай уҡ йүнәлеште индереү тураһында хыяллана. Мәктәптә яҡшы уҡый, киләсәктә үҙен пиар өлкәһендә күрә”.
Алина төрлө йүнәлештә әүҙемлек күрһәтә: Өфө ҡалаһы башлығының шәхси стипендияһы менән билдәләнгән, “Беренселәр хәрәкәте” мәктәп ойошмаһы рәйесе. 11 йылдан ашыу Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайының “Place dance” өлгөлө эстрада бейеү студияһында шөғөлләнә. республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара бейеү конкурстарында һәм фестивалдәрендә еңеүҙәр яулай, ирекмәндәр хәрәкәттәрендә ҡатнаша һәм төрлө сараларҙы алып барыусы булараҡ та танылған.
Алинаның «Артек»ҡа икенсе тапҡыр барыуы; быйыл путевканы яҡшы уҡыуы, республиканың ижтимағи-мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, бейеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн алды.