+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2024, 05:32

Мостай Кәримдең яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе

Бөгөн, 17 октябрҙә сәғәт 12.00 Өфө ҡалаһының Ленин урамындағы «Китап» магазинында ошо китаптың исем туйы була. Инеү ирекле.

Мостай Кәримдең яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙеМостай Кәримдең яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе
Мостай Кәримдең яңы шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе

20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тула. Яҙыусының юбилейы айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Ғаләмдең дүрт тарафы» тигән китап баҫылып сыҡты.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең яңы йыйынтығы «Әҙәби мираҫ» серияһында донъя күрҙе. Унда кешегә, уның бөйөклөгөнә, күңел матурлығына һәм рух көсөнә арналған шиғырҙар тупланған.

17 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Ленин урамындағы «Китап» магазинында ошо китаптың исем туйы була. Инеү ирекле.

6+

Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас