Президентты “Өфө” аэропортында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршыланы.
Эш сәфәре барышында Владимир Путин бөгөн асылған яңы Фехтование үҙәгенә килде. Шунан һуң радиобәйләнеш аша Рәсәй төбәктәрендә яңы спорт объекттарын асты.
Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Владимир Путин махсус хәрби операция ветерандарының “Беҙҙең заман геройҙары” ярышында ҡатнашыусылар менән аралашты. Турнир Рәсәй Паралимпия комитеты, “Сәләмәт Ватан” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте һәм Терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр спорты федерацияһы тарафынан ойошторолған. Ярыштар өҫтәл теннисы, ултырып волейбол уйнау, армрестлинг, уҡ атыу, электрон ҡоралдан атыу, пауэрлифтинг буйынса үтәсәк.
Фехтование үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Президент Владимир Путинға быйыл файҙаланыуға индерелгән ишеү слаломы комплексы һәм башҡа спорт объекттары тураһында һөйләне, ошондай ҙур төҙөлөштәрҙең Президент һәм Рәсәй Хөкүмәте булышлығы менән генә мөмкин булыуын әйтеп, рәхмәт белдерҙе. Бындай объекттарҙа тағы ла күберәк чемпиондар тәрбиәләнәсәк, тине Радий Хәбиров.