+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2024, 06:21

Һынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләне

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе алғы һыҙыҡта үҙе менән бергә өс нацисты граната менән шартлатҡан Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың дуҫы һәм хеҙмәттәше менән осрашты. Тыуған яғына ялға ҡайтҡан «Ҡытай» позывнойлы яугир үҙенең командиры хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләне. 

Һынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләнеҺынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләне
Һынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләне

Алыҫ Луганск ере. Серебрянск урмандарында яҙғы иртә. Офоҡтан ҡояш ҡалҡып килә. Ҡасандыр кеше аяғы баҫмаҫлыҡ урман шырлығы көслө шартлауҙарҙан һуң асыҡ яланға әйләнгән. Ағас олондары ғына һерәйеп ҡалған. Туптар тынған арала ҡош һайрағаны ишетелеп ҡала. Был күңелгә бер аҙ еңеллек биргән кеүек. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының 2-се штурм ротаһы төркөмдәре бишенсе көн рәттән аяуһыҙ алыштарҙа ҡатнаша.

— Тап ошо төркөмдәр менән етәкселек итте «Хәсән», Илдар Суфийәров, — ти МХО-ла ҡатнашыусы «Ҡытай» позывнойлы яугир.

Хәрби менән уның йортонда осраштыҡ. Беҙҙе парад кейемендә ҡаршы алды, күкрәгендә – «Батырлыҡ өсөн» һәм Шайморатов генерал миҙалдары. Өйөнә саҡырып, сәй табыны артында командиры хаҡында һөйләүен дауам итте.

— Позицияларға юлланыр алдынан һәр саҡ әйтә ине: «Беҙҙең ике юл барйә еңеү менән ҡайтырғайә үҙең менән мөмкин тиклем күберәк дошманды алып китергә!» Был ябай һүҙҙәр булмағанлығын һуңынан аңланымТап шулай килеп сыҡты ла, 12 апрель таңында яҡын дуҫыбыҙ һәм командирыбыҙ Илдар Суфийәров оло батырлыҡ ҡылдыүҙе менән бергә өс нацисты граната менән шартлатты, — тип дауам итте «Ҡытай». —  Рота командиры урынбаҫары Илдар Филарет улын ҙур наградаға тәҡдим итеүҙәре хаҡында һөйләгәсбеҙ барыбыҙ ҙа ҡыуандыҡуның батырлығы тураһында барыһы ла белергә тейеш.

Һалдаттары өсөн йәнен бирергә әҙер

Ҡыйыу, батыр йөрәкле, егеттәре өсөн йәнен бирергә әҙер… Яуҙаштары Рәсәй Геройы Илдар Суфийәровты ошондай һүҙҙәр менән иҫкә ала.

 Илдар Филарет улы һөнәре буйынса нефтсеЯҡшы эшеяратҡан ғаиләһе булаӘммә махсус операция башланғасөйҙә ятып ҡала алмай улМин тәүҙә йәше апаруҡ ҡына, нисек ауыр ҡоралды күтәрер, алғы һыҙыҡта йүгерә алырмы, тип уйлағайным. Был фекерем хаталы булып сыҡты.  Ул бер нимәнән дә ҡурҡманы, бөтә проблеманы ла ысын командирҙарса хәл итте. Беҙгә атай кеүек булды, йыйып алып кәңәштәрен бирер ине.

Һәр ваҡыт алда барҙы, иң ауыр эштәрҙе үҙе башҡарҙы, һалдаттарын һаҡларға тырышҡандыр... Бөтә штурм төркөмдәре менән заданиеға үҙе йөрөнө. Тәүҙә алға сығып тикшерә, ҡараштыра, һуңынан егеттәрҙе хәүефһеҙ һуҡмаҡтан эйәртеп китә ине. Яйлап өйрәнерһегеҙ, ти торғайны беҙгә. Тәүге көндәрҙә заданиенан ҡайтып килә инек, беҙҙең БТР-ға снаряд килеп төштө. Машина ныҡ емерелде. «Хәсән»дең ярҙамы менән бөтәбеҙ ҙә иҫән ҡалдыҡ. Бына шундай ине ул...

 «Мин әҙер, һин дә әҙер!»

Әңгәмәсем хәрби доклад уҡығандай, командиры хаҡында һөйләүен дауам итте. Әммә уға алғы һыҙыҡтағы хәлдәрҙе иҫкә алыу еңел түгел ине, ҡараштарын ситкә борҙо. Яугир өсөн алғы һыҙыҡта дуҫыңды юғалтыуҙан да ҡыйыны юҡтыр.

— Быйыл февралдә өлкән лейтенант Илдар Суфийәровты 1-се мотоуҡсылар полкының 2-се взводына командир итеп тәғәйенләнеләр. Ул ҡыҫҡа ваҡытта составты хәрби бәрелештәргә әҙерләне, ә мартта заданиеға юлланды. Серебрянск урмандарында ҡаты алыштар бара ине. Ылыҫ урманы окоптар һәм траншеялар менән ҡаҙылып бөткәйне. Бер ай дауамында Илдар Суфийәров етәкселегендәге взвод ауыр бурыстарҙы үтәне. «Хәсән» үҙе алда йөрөнө, нацистар менән атышты, шул уҡ ваҡытта шәхси составҡа команда бирергә лә өлгөрә ине, — ти яугир.

«Хәсән», «Крон»... «Ҡытай» яуҙаш дуҫтарының позывнойҙарын һанап киттеҮҙе улар өсөн эстән яна ине.

– «Мин әҙер, һин дә әҙерӘгәр ниҙер була ҡалһаәҙер бул!» Ул ошо һүҙҙәрҙе еңел генә әйтә ине. Беҙҙе ауыр хәлдәргә әҙерләгәндер, тием... Үҙе бик грамоталы кеше ине. Мөһим ҡарарҙарҙы йәһәт кенә ҡабул итте– тип дауам итә «Ҡытай». – Окопта мәрәкәләп көлөшә инек. Ул еңеп ҡайтырға, ейәндәрен күрергә хыял иттеӘммә былар хыял ғына булып ҡалды...

Һуңғы алыш

Ул таңда Илдар Суфийәров дошмандан 50 метр алыҫлыҡта ғына була. Бандерасылар төрлө яҡтан һөжүм итә. Командир ике сәғәт дауамында атыша, шул арала взводы менән етәкселек итергә лә өлгөрә. Дрондар оса башлағас, Суфийәров егеттәренә артҡа сигенергә ҡуша. Яраланһа ла позицияһында ҡала һәм атышыуын дауам итә. Украина боевиктары эргәһенә яҡынлай, әммә пленгә бирелмәй, үҙен һәм өс нацисты граната менән шартлата.

Әңгәмәсем был хаҡта әсенеп һөйләнеКүҙҙәрен йәшерҙе. Эйе, ир ҙә илайӘле мөмкиндерӘммә ул алғы һыҙыҡта присягаға һәм элекке командиры, Рәсәй Геройы Илдар Суфийәровтың нәсихәттәренә тоғро ысын ир-егет.

– Барыбыҙ өсөн дә ул яҡын дуҫ ине. Һынмаҫ рухлы командир булды, ти егеттәрҮҙ-үҙеңде шартлатыу өсөн... Бик көслө рухлы булырға кәрәктер, – ти «Ҡытай». – Герой булып тыумайҙарбыл исемде яулайҙар. Илдар Суфийәров ғүмеренең һуңғы минутында батырлыҡ ҡылам тип тә уйламағандырУл бары тик присягаһына тоғро ҡала һәмысын командир булараҡһалдаттарын яңғыҙ ҡалдырмайУның батырлығы хаҡында яҙғанда Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың ҡаһарманлығы иҫкә төшә. Илдар Суфийәров – шундай уҡ герой, тик беҙҙең дәүерҙекеУның хаҡында хәтер мәңге йәшәйәсәк...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илдар Суфийәровтың кәүҙәһен тыуған яғына ҡайтарыу һәм ерләү мөмкин булмайБыл хаҡта «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары Рөстәм Шәһәбетдинов хәбәр итте.

«Егеттәр был урынды белә. Уларға задание бирелгән. Унда барыу әле һаман хәүефһеҙ, сөнки дрондар яҡынлатмай, беҙҙекеләр үтеп ингәс тә, батырҙы сығарасаҡбыҙ», – тип аңлатты Рөстәм Шәһәбетдинов.

БелешмәИлдар Суфийәров 1971 йылдың 15 ноябрендә Өфөлә тыуған. 1994 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң өс тиҫтә йылға яҡын нефть эшкәртеү тармағында эшләй. 2023 йылдың майында Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй һәм «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының реактив артиллерия взводы командиры итеп тәғәйенләнә.

2024 йылдың мартында И. Суфийәров етәкселегендәге взвод Луганск Халыҡ Республикаһының Серебрянск урман хужалығында бурыстарҙы үтәй. Апрель айында дошмандар күҙәтеү пунктын баҫып алырға маташҡанда өлкән лейтенант ике сәғәттән ашыу оборона тота. Хәлдең киҫкен булыуын аңлағасүҙе менән бергә һәм өс нацисты граната менән шартлата. Рәсәй Президенты указы менән был батырлығы өсөн уға һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Һынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләне
Һынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләне
Һынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләне
Һынмаҫ рухлы яугир! Яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров хаҡында һөйләне
Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас