Президент, күп сәғәтлек аралашыу ваҡытында Радий Хәбировтың республика хәлдәре менән таныштыра барыуын билдәләп, тағы нимәләргә иғтибар туплау кәрәклеген һорашты.
Республика Башлығы “Рәсәй – спорт державаһы” форумын Башҡортостанда үткәрергә ҡарар ителеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ спорт йондоҙҙарының халыҡ алдында спорттың мәртәбәһен күтәреүен, илдә спортҡа ҙур иғтибар бирелеүен, республикала спорт объекттары артабан да төҙөләсәген билдәләне.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға булышлыҡты иң төп бурыс тип атаны: “Беренсе бурыс – әлбиттә, егеттәребеҙгә, һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү. Рәхмәт әйткем килә, Владимир Владимирович: 18 сентябрҙә лейтенант Суфияровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирҙегеҙ. Иҫ киткес батырлыҡ. Һәр ваҡыт материалдар уҡығанда /аңлайһың/: был – Бөйөк Ватан һуғышы. Ул һуңғыға тиклем һуғыша, ҡамалғас, яңғыҙы ҡала, яралана, үҙен, бергә дошмандарҙы ла шартлата. Ҙур рәхмәт, ғаиләһе менән эшләйбеҙ инде".
Владимир Путин яугирҙәрҙе ысын ҡаһармандар тип билдәләне. Радий Хәбиров, “республикала 11 Рәсәй Геройы бар, ә лейтенант Илдар Суфияров – беҙҙең “Башҡортостан” полкының икенсе Геройы”, – тине һәм республика халҡының бер төптән булып МХО-ға нисек ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
Артабан Радий Фәрит улы яуҙан ҡайтҡандарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү, тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу мәсьәләләренең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәбиров белдереүенсә, фронттан ҡайтҡандарҙан 35 кеше көҙгө һайлауҙа урындағы үҙидара органдарына депутат итеп һайланған, ауыл советы рәйесе булған элекке яугирҙәр ҙә бар, һәм был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк. Йәрәхәтләнеп, имгәнеп ҡайтҡан егеттәргә ярҙам да көйләнгән, ул “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән берлектә алып барыла.
Республикала реабилитациялау өсөн ҡорамалдар етештереүсе предприятиелар ҙа эшләй, тине Хәбиров һәм уларға республиканың хөкүмәт программаһына ярашлы субсидиялар бирелеүен билдәләне.