2024/25 уҡыу йылында 9 уҡыусы – Башҡортостан Башлығы стипендияһына, 34 уҡыусы Өфө мэры стипендияһына лайыҡ булды.
Йәш баянсы Эрнест Йосопов Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә уҡый. Уның педагогы – РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Теләпова. Төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаусы Эрнест Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.
Ошо уҡ мәктәптең өс уҡыусыһы - Өфө ҡалаһы мэрының стипендиаттары исемлегендә. Улар – йәш ҡурайсы Камил Ильясов, думбырасы Тимур Киселев, хореография бүлексәһе уҡыусыһы Артур Кәлимуллин.
Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбенән һүрәт төшөрөү программаһын үҙләштереүсе Назар Ғәлләмов, музыка бүлексәһенән фортепианола өйрәнеүсе Данис Ниғмәтуллин Өфө хакимиәте башлығы стипендиаты булды.
Бүләк балаларҙы яңы уңыштарға рухландырыр. Стипендиаттарҙың уҡытыусылары ла ҡыуана, сөнки уҡыусыларының ҡаҙаныштарына уларҙың ҙур тырышлығы һалынған.