Атайымды яратам
Минең атайымдың исеме Филүс. Уға ҡырыҡ алты йәш. Атайым ҡыуыу, уңған, ярҙамсыл. Ул вахта ысулы менән эшләй. Эштән ҡайтыуын ғаилә менән һағынып көтөп алабыҙ. Бигерәк тә ҡустым Кәмилдең һөйләп һүҙҙәре бөтмәй, мәктәп яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Атайым яҡшы кәңәшсе лә, терәк-таяныс та. Беҙҙе тырыш, ғәҙел, уңған булырға өйрәтә. Атайҙар көнө менән ҡотлайым, атай. Һау-сәләмәт бул!
Нурзилә Халиҡова. Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы
Автор һүрәте