“Минең ярҙамсым, таянысым!”-ти
Минең олатайым Рауил исемле. Уға алтмыш йәш. Мин олатайымды ныҡ яратам.Хаҡлы ялға тиклем ул колхозда агроном булып эшләгән. Колхоз баҫыуҙарында мул уңыш үҫтергән. Әрме хеҙмәтендә илебеҙ сиген һаҡлаған. Мин уға һәр ваҡыт ярҙам итәм: мал ҡарашам, көтөү көтөшәм, бесән йыйышам.Олатайым миңә ҡарап шатлана. “Минең ярҙамсым, таянысым !”-ти.
Таһир Рәхимов. Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы. “Йәш хәбәрсе”