Олатайым
Минең олатайымдың исеме Тимербәк. Ул өләсәйем менән Үтәймулла ауылында йәшәй. Мал, ҡош-ҡорт, баҡса үҫтерә улар. Беҙ олатайымды бик яратабыҙ. Ул беҙҙең ҡайтҡанды һағынып көтөп ала. Әгәр ҙә оҙағыраҡ ҡайтмай торһаҡ, үҙе елдереп килеп етә.
Беҙ ғаиләлә өс малай. Йәй көнө күбеһенсә ауылда булабыҙ. Олатайым : “Ир-егет эшен дә, ҡатын-ҡыҙ эшен дә айырып тормай өйрәнеп үҫегеҙ”,- ти.
Олатайымды атайҙар көнө менән ҡотлайым! Шулай шәп бул, олатай!
Айхан Ғималдинов. Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы