+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь , 15:11

Ҡала урамы ярыш мотоциклдары өсөн түгел

Өфөлә ике үҫмер кросс мотоциклдарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ни өсөн? Беренсенән, кросс мотоциклдарында ҡала урамдары буйлап йөрөү тыйыла.

Ҡала урамы ярыш мотоциклдары өсөн түгел
Ҡала урамы ярыш мотоциклдары өсөн түгел

Кросс мотоциклдары трамплиндар, ҡалҡыулыҡ-соҡорҙар һәм башҡа ҡаршылыҡтар теҙелгән махсус трассалар буйлап йөрөүгә тәғәйенләнгән. Техник сифаттары ла шуға яйланған. Фарҙар, габарит боролоу яҡтыртҡысы, стоп-сигнал кеүек юл йөрөү ҡағиҙәләре талаптарына яуап бирергә тейешле өлөштәре юҡ. Йәғни байк мөмкин тиклем еңеләйтелгән һәм ябыҡ трассаларҙа кәрәге булмаған яҡтыртыу техникаһы һәм электр стартеры кеүек артыҡ деталдәрҙән азат. Шуға дөйөм ҡулланыу юлдары буйлап кросс мотоциклдарында йөрөргә ярамай. Мотокросс ярыштарына уларҙы башҡа транспортҡа тейәп кенә алып йөрөйҙәр.

Икенсенән, мотоцикл йөрөтөү өсөн танытманы 18 йәш тулғас ҡына алырға мөмкин. 16 йәштән танытмаға уҡыу рөхсәт ителһә лә, танытманы 18-ең тулмайынса бирмәйҙәр.

2008 һәм 2006 йылғы ике “шәп” малай байкта Өфө урамдары буйлап елдерергә сыҡҡан, шунан Ҡунаҡһарай янына килеп, мотоциклды тротуарға ҡуйған.

Быны күргән кешеләр ДАИ хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. ДАИ инспекторҙары килеп, пит-байктарҙы штраф туҡталҡаһына алып китә. Үҫмерҙәрҙең ата-әсәһен полицияға саҡыралар. Балаларына дөрөҫ тәрбиә бирмәгән өсөн уларға штраф һалынырға тейеш.

Юлһыҙ ер мотоциклдарында таныҡлыҡһыҙ йөрөү мөмкинлеге лә бар.

Шарттары: тик  махсус трассаларҙа һәм тик инструктор менән генә, ти ДАИ инспекторҙары.

Файҙаланылған сығанаҡтар

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: