+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь , 12:19

Алдана күрмә!

Телефон аша аферистар, уғрылар ҡапҡанына эләкмәү өсөн нимә эшләргә кәрәк? “Мин эләкмәйем, мин алданмайым, мин бөтәһенән дә аҡыллыраҡ”, – тип күкрәк һуғырға ашыҡмағыҙ. Рәсәй Цифрлы үҫеш, элемтә һәм киң мәғлүмәт министрлығы ярҙам тәҡдим итә.

Алдана күрмә!
Алдана күрмә!

Уғры ролендәге чат-бот менән аралашып ҡарағыҙ. Стреслы хәлдә үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙҙы тикшерегеҙ. Был һынауҙа министрлыҡ тәҡдим иткән чат-бот ярҙам итер.
Цифр министрлығының https://киберзож.рф/role һылтанмаһы буйынса порталға күсегеҙ. Унда уғрыларҙан алданыуҙы иҫкәреү өсөн кәрәкле бөтә мәғлүмәт бар. Улар иң йыш әйтә торған һүҙҙәр, һорауҙар тупланған, гаджеттарҙы һаҡлау сервистары, телефон аша бер кемгә лә әйтергә ярамаған шәхсми мәғлүмәттәр исемлеге, алданған осраҡта кемгә мөрәжәғәт итергә – бөтәһе лә бар.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: