+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь , 11:27

Вахтовикты уғрылар аҡсаһыҙ ҡалдырған

Башҡортостандар онлайн-уғрылар ҡармағына эләгеп көн һайын миллиондарын юғалта. Бөгөн бына Баймаҡ районынан 49 йәшлек бер вахтовиктың бөтә аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡанын хәбәр итәләр.

Вахтовикты уғрылар аҡсаһыҙ ҡалдырған
Вахтовикты уғрылар аҡсаһыҙ ҡалдырған

Был ағайҙың телефонына банк ҡушымтаһын яңыртыу кәрәклеге тураһында белдереү килгән. Ул белдереүҙәге һылтанма буйынса күскән, ҡулланмала ҡушылған бөтә ғәмәлдәрҙе эшләгән. Ысынында ул телефонына банк яңыртыуын түгел, ә вирус ҡушымта ҡуйған. Уғрылар телефонға инеү мөмкинлеген алған.

Икенсе көнгә вахтовик ағайыбыҙ үҙенең бөтә банк иҫәптәрендәге, хатта кредит иҫәбендәге аҡсаларынан да елдәр иҫкәнен күреп ҡалған. Уға полицияға барыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: