+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь , 10:27

«Айыу өңө» турнирында еңделәр

Мәскәү ҡалаһы менән Башҡортостандың ҡатнаш командаһы программа яҙыу буйынса «Айыу өңө» Бөтә Рәсәй киберспорт турнирының алдынғы ҡатнашыусылар лигаһында беренсе урынды яуланы.

«Айыу өңө» турнирында еңделәр
«Айыу өңө» турнирында еңделәр

Өфө вуз-ара кампусының Киберфизик инновациялар оҫтаханаһында ярыштың көндөҙгө этабы үтте.

Был оҫтахана мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн техник ижад үҙәге булып тора. Ул мобиль уйындар, түңрәктәр һәм башҡа интерактив форматтар аша үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе заманса технологиялар донъяһына ылыҡтыра.

Бәйгелә Рәсәйҙең 14 төбәге спортсылары ҡатнашты. Турнир ике лигала үтте: башлаусылар һәм алдынғылар. Ярыш йомғаҡтары буйынса башлаусылар лигаһында Һамар өлкәһе командаһы беренсе булды, ә алдынғылар лигаһында Мәскәү һәм Башҡортостан Республикаһының ҡатнаш командаһы еңде.

Сығанаҡ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: