+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь , 10:40

Ямалдан мамонт күргәҙмәһе килә

Бала мамонттың мумияһы Рәсәй буйлап гастролгә сыҡҡан. Уның исеме лә бар: Люба. 2007 йылда Ямал тундраһында болан көтөп йөрөгән Юрий Худи Юрибей йылғаһы буйында мамонт үләкһәһенә барып сыға.  Табышы тураһында хәбәр итер өсөн ул яҡындағы ауылға елдерә. Ике көн тигәндә барып етә. Табыш фән өсөн ифрат ҙәр әһәмиәткә эйә. Юрийҙың да тырышлығы батырлыҡҡа тиң.

Ямалдан мамонт күргәҙмәһе килә
Ямалдан мамонт күргәҙмәһе килә

Ул саҡта май айы була. Миҙгелдең иң тотороҡһоҙ сағы. Мамонт үләкһәһен йылға ташып, һыу менән алып китеүе лә, ҡар яуып күмеп ҡуйыуы ла, ҡырағай хайуандар тамаҡлап китеүе лә ихтимал. Юрийҙың үҙенә лә өҙәремгә эләгеп юлы быуылып ятыу янай. Мамонт балаһы кәүҙәһе ғалимдар ҡулына килеп эләккәнсе тағы әллә күпме осраҡлылыҡтар ҡамасау тыуҙыра ала ине, ти белгестәр. Иң мөһиме – Юрийҙың ниндәй ҙур табышҡа юлығыуын аңлап, тейешле урындарға хәбәр еткереүҙе йәһәтләүе, әлбиттә.

Насип булғас, бала мамонт кәүҙәһе ғалимдар ҡарамағына барып етә.

Уға  Юрий Худиҙың ҡатыны хөрмәтенә Люба тип исем ҡушыла.

Мамонт кәүҙәһе 40 мең йылдан ашыу мәңгелек боҙлоҡта  ятҡан, шуға ул камил һаҡланған. Оҙайлы ғилми тикшеренеүҙәр тамамланғас, ул Ямал-Ненец округының И.С. Шемановский исемендәге музей-күргәҙмә комплексына ҡуйыла һәм бөтә донъяға билдәле мөһим артефакт тип иҫәпләнә.

Өфөгә тиклем Ямал яғы экспонаттары Ставрополь, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә булып өлгөргән. Күргәҙмә Башҡортостан Милли музейында  1 ноябрҙән 13 декабргә тиклем эшләйәсәк.

Күргәҙмәгә килеүселәр борондан Арктикала йәшәгән халыҡтар тураһында күп мәғлүмәт аласаҡ, палеонтология һәм археология предметтары, этнографик коллекция экспонаттары, мәҫәлән, шаман кейеме күкрәксәһе, мамонт тиреһе һәм башҡа нәмәләрҙе ҡарай аласаҡ.

Сығанаҡ 

Фото: Башинформ,  скриншот

Ямалдан мамонт күргәҙмәһе килә
Ямалдан мамонт күргәҙмәһе килә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: